Илеш районынның Үрге Йәркәй ауылында ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр йәрминкәһе үтте. Унда һөт, ит ризыҡары, төрлө ярымфабрикаттар, консерваланған бәшмәктәр, йәшелсә-емеш, бал һәм башҡа тауарҙар тәҡдим ителде. Үҙәк майҙанда көн дауамында ҡунаҡтар өсөн күңелле концерт, ә балалар өсөн төрлө ярыштар, конкурстар, уйындар ойошторолдо. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында етештерелгән аҙыҡ-түлек халыҡта һәр ваҡыт юғары һорау менән ҡуллана, сөнки файҙалы ла, экологик яҡтан таҙа ла. Бындай йәрминкәләрҙең ойошторолоуы шуныһы менән әһәмиәтле, улар бер туҡтауһыҙ хаҡтарҙы ауыҙлыҡларға мөмкинлек бирә, ти ҡулланыусылар. Йәрминкәлә Илеш районының фермерҙары халыҡҡа ҡулай хаҡҡа йәшелсә-емеш, ит, һөт, кондитер ризыҡтары һәм башҡорт балын тәҡдим итте. Сауҙа тирмәләре янында бушлай юридик ярҙам күрһәтелде һәм шулай уҡ мобиль вакцинациялау пункты ла эшләне. Илеш районында ойошторолған йәрминкә тәү сиратта, урындағы етештереүселәргә үҙ продукцияһын һатырға, ә халыҡҡа иһә арзан хаҡҡа һатып алырға мөмкинлек бирә. Бындай йәрминкәләр республиканың һәр район-ҡалаларында үтәсәк. Үҙенсәлекле сара сәхнә оҫталары сығыштары менән тамамланды.
Арзан аҙыҡ-түлек йәрминкәһе
Тулыраҡ: Арзан аҙыҡ-түлек йәрминкәһе