Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсылары бригадаһы

Тулыраҡ: Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсылары бригадаһы

Башҡортостанда "Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсылары бригадаһы" конкурсы старт алды. Бөтә республиканан йәмғеһе 24 коллектив ҡатнаша. Ярыштар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы нигеҙендә уҙғарыла. Салат, беренсе, икенсе ашамлыҡ һәм һут. Мәктәп уҡыусыларының төшкө ашына ингән меню ашнаҡсыларға яҡшы таныш. Нимә әҙерләргә кәрәк икәнен белеп алғас та, конкурсанттар эшкә тотондо."Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсылары бригадаһы" конкурсында республиканың 24 муниципалитетынан коллективтар ҡатнаша. Тәүге көндә Өфө ҡалаһы, Иглин һәм Шишмә райондары белем биреү ойошмаларының ашханаҡсылары үҙ оҫталығын күрһәтте. Бригада составында дүрт кеше. Уларҙың өсәүһе ашарға бешерә, береһе ирекмән ролендә. Әйткәндәй, конкурс Өфө индустрия һәм сервис колледжы нигеҙендә ойошторолған. Өфөлә 12 команда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла 12 бригада көс һынаша. Һәр бригаданың үҙенең тәғәйен майҙансығы бар. Ашнаҡсыларға мөмкин тиклем уңайлы булһын өсөн аш-һыу бүлмәһе мәктәптәге ашхана кеүек йыһазландырылған.Менюға ингән бөтә аш-һыуҙы әҙерләр өсөн ике сәғәт тә 30 минут бирелә. Әгәр ҙә был ваҡыт эсендә өлгөрмәйҙәр икән, команданың дөйөм балы кәметелә. Йәмғеһе баһалама ағзаларына 3 порция тапшырыла. Туҡлыҡлы, файҙалы һәм тәмле генә түгел, ашамлыҡтар матур итеп биҙәлгән дә булырға тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, ризыҡҡа ҡарау менән балаларҙың аппетиты асылыуы мөһим.Практик эштән тыш, конкурста теория этабы ла бар. Белем киләмен тикшереү өсөн ашнаҡсылар тест һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Ғөмүмән, һәр команда үҙенең көсөнә һәм еңеүенә ышана.Әлбиттә, еңеү мөһим. Әммә конкурстың төп маҡсаты ашнаҡсы һөнәренә йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыу, был һөнәрҙең абруйын арттырыу. Сөнки мәктәп ашнаҡсыларының эше балаларҙың һаулығына туранан-тура бәйле. Юҡҡа ғына, дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе, тимәйҙәр бит.Тәү сиратта, ашамлыҡтарҙың нисек бирелеүе, биҙәлеше һәм тәме баһалана. Дөйөм һөҙөмтәләр бөтә 24 команда ла ҡатнашып бөткәндән һуң иғлан ителә. Әйткәндәй, еңеүсе бригадаларҙың һәр ашнаҡсыһына диплом-бүләктәрҙән тыш, кквалификация үҫтереү тураһындағы сертификат та тапшырыла.