Республикала ғына түгел, тотош илебеҙҙә оло ихтирам һәм һөйөү яулаған сәнғәт әһеле. Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ишек хәҙер декорациялар өсөн тәғәйенләнә. Ул ваҡыттағы 21 йәшлек йәш студент та хәҙер 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе тәжрибәле актер, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы. Ярты быуат элек тиерлек беренсегә театр тупһаһы аша атлап үтеп, студент булараҡ сәхнәгә сыҡҡан мәлен Олег Ханов бөгөнгөләй хәтерләй. Нәжип Асанбаевтың “Һыу юлы”лда Нурис, Мостай Кәримдең “Айгөл иле” спектаклендә Ричард Галин — тәүге ролдәрн. Республикабыҙҙың театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусы арҙаҡлы шәхестәр менән бер сәхнәлә, бер спектаклдә уйнап, беренсе аҙымдарҙы башлау оло бәхет һәм тормошҡа ашҡан хыял, ти Олег Закир улы. Театр буйлап сәйәхәт ҡылған ыңғайында Олег Закир улының тормош һәм ижад юлына ла байҡау яһайбыҙ. Мостай Кәрим пьесалары буйынса спектаклдәрҙә йыш уйнай: «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»ҙа Кендек. Әйткәндәй, был роль өсөн артист Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Артабан «Ай тотолған төндә» Дәрүиш, “Ташлама утты, Прометей”ҙа Әҙәмшаһ, «Ҡыҙ урлау»ҙа Шөкөр һәм тағы ла бихисап ролдәр.Юбилярҙың театр юлын һайлауы ла осраҡлы түгел, ул артистар дистансияһын дауам итеүсе. Атаһы Закирйән Ханов менән әсәһе Шәмсинур Сиражетдинова Сибай башҡорт драма театрының өлкән быуын сәхнә оҫталары.Уға сәхнәлә генә түгел, тормошта ла үҙен төрлө ролдәрҙә, төрлө һөнәрҙә һынап ҡарарға тура килә. Башҡорт дәүләт академия драма театрынан тыш, ул Мәскәүҙәге Аркадий Райкин исемендәге «Сатирикон», М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрҙарында ла уйнай. Уҡытыусы, актер оҫталыҫын өйрәтеүсе, етәксе вазифаларын да башҡара: республика йәш тамашасы, хәҙерге милли йәштәр театрының художество етәксеһе, Бөтөн Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Салауат башҡорт дәүләт театрының баш режиссёры. Ул тиҫтәләгән иҫ киткес спектаклдәр теҙмәһен барлыҡҡа килтерә. 2012-2019-сы йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе вазифаһын да башҡара ул. Нисек кенә булмаһын, ғүмеренең күп өлөшөн ул тап сәхнә менән бәйләй.Сәхнәнән тыш, артистарҙың театрҙа иң ҡәҙерле урындарының береһе — ул грим бүлмәһе. Бында Олег Закировичтың иҫтәлекле һәм күңеленә яҡын әйберҙәр тупланған.Фотолар, бүләктәр, спектакль афишалары, диплом-грамоталар – быларҙың барыһына ла байҡау яһап, артистың ғүмере ни тиклем сағыу, мауыҡтырғыс, хәл-ваҡиғаларға бай, эстәлекле булыуын аңлайһың. Ғөмүмән, Олег Хановтың театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшөн, маҡтаулы исемдәрен, дәрәжәләрен һанап бөткөһөҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, ул ғүмеренең һәр йылында ла фиҙәҡәр хеҙмәте менән мәҙәниәтебеҙҙә тәрән эҙ ҡалдырыуын дауам итә.
Олег Ханов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй
Тулыраҡ: Олег Ханов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй