Өфө зоопарктарының береһендә арыҫлан балалаған

Тулыраҡ: Өфө зоопарктарының береһендә арыҫлан балалаған

Улар бер нисә көн элек кенә күҙҙәрен асҡан. Бәләкәс яныуарҙарҙы беҙҙең ижади төркөмгә күреү бәхете тейҙе. Зоопарк директоры Армен арыҫландарҙың һәр береһе тураһында ентекләп һөйләргә әҙер. Әйтәйек, былтыр саҡ күҙҙәрен асҡан януарҙар быйыл ҙур йыртҡысҡа әйләнгән. Хәҙер Самара ҡушаматлы инә арыҫлан киң вольерҙа йәшәй. Ғәҙәттә, тәбиғәттә был януар тәрбиәләй алған көсөктәрен генә ҡалдыра, ҡалғандарын ашап ҡуя, ти белгестәр. Самара ла өсәүһен үҙ янына ала, дүртенсеһен ҡабул итмәй. Хәҙер әсәһенән айырылған януарҙы ҡатнашма менән туҡландыралар.Яңы ғына күҙҙәрен асҡан януарҙы хатта балаларҙы кеүек итеп тәрбиәләргә кәрәк... һәр өс сәғәт һайын махсус һөт имеҙеү талап ителә.Бәләкәс менән „уртаҡ телде„ тиҙ таптыҡ, быға үҙемдең өс бала әсәһе булыуым да ярҙам итәлер, тип шаярта Яна. Өфөлә тыуған өсөнсө быуын арыҫландарына исем дә һайланмаған. Ҡушаматты уларға бер-нисә аҙнанан, енестәре билдәләнгәс бирәсәктәр.