Урман янғындарынан тонсоҡҡан Хәйбулла районы ауылдары халҡы мобиль элемтә менән тәьмин ителәсәк. Был үтенесен улар республика башлығы менән осрашҡанда белдергәйне. Радий Хәбиров ошо уңайҙан кәрәҙле элемтәсе операторҙарҙың төбәк вәкилдәрен кәңәшмәгә саҡырҙы. Республиканың цифра үҫеше һәм дәүләт идаралығы министры Геннадий Разумикин Башҡортостан биләмәһенең 98 проценты кәрәҙле элемтә хеҙмәтен файҙалана, Хәйбуллала иһә был күрһәткес 92 процент, тип белдерҙе. 2020 йылда операторҙар муниципалитеттың 5 ауылы менән кәрәҙле бәйләнеш булдырһа, заман талаптарына яуап биргән хеҙмәттең был төрөнә йәнә 15 ауыл мохтаж. Шуларҙың Әбеш, Аҡъюл ауыл советтарына ҡараған етәүһе йыл да янғын хәүефе кеүек тәбиғәт ғәрәсәтенә дусар биләмәләрҙә урынлашҡан. Уларҙа ике мең тирәһе кеше йәшәй.
Бәләкәй ауылдарға мобиль элемтә үткәрер өсөн Геннадий Разумикин тиҙ ҡарар тәҡдим итә — «фемтосоты» тип аталған радиусы 150 метрлыҡ кесе база станцияларын урынлаштырырға. Был проект ваҡыт һәм финанс сығымдары яғынан отошло. Киләсәктә иһә ауылдар цифра тигеҙһеҙлеген бөтөрөү буйынса федераль программаға ярашлы киң кәрәҙле элемтә зонаһына алына. Программаны бойомға ашырыу Башҡортостанда 2022 йылда көтөлә. Элемтә менән йәмғеһе 400 ауылды тәьмин итеү ҡарала. Республика башлығы тәҡдимдәрҙе баһалап проектты оператив бойомға ашырырға саҡырҙы.
ФОТО: https://ufa.bezformata.com/listnews/haybullinskogo-rayona-provedut-sotov...