Рәсәй паралимпиада йыйылма командаһы составында Токиоға Башҡортостандан 14 спортсы бара. Шуларҙың алтыһы йөҙөүсе, дүртеһе еңел атлетика ярыштарында, икәүһе фехтованиела, икәүһе өҫтәл теннисы буйынса алыштарҙа ҡатнашырға әҙерләнә. Туймазы ҡалаһында тыуып үҫкән Аделина Разетдинова терәк-хәрәкәт аппараты зәғиф спортсылар исемлегендә. Ул Рәсәйҙең спорт мастеры, 2020 йылдан халыҡ-ара дәрәжәле спорт мастеры. Йөҙөү буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Богдан Мозговой Өфө ҡалаһынан. 100 метр арауыҡта арҡала йөҙөүселәрҙең донъя рейтингында беренсе урынды биләй. Силәбе өлкәһе Озерск ҡалаһында йәшәгән Анна Крившина Башҡортостан данын һуҡыр спортсылар исемлегендә яҡлай. 50 метрға ирекле стилдә йөҙөүҙә ул донъя рейтингының икенсе урынында. Ошо уҡ спорт төрөндә Башҡортостан данын Өфө егеттәре Илнур Ғарипов менән Артур Сәйфетдинов та яҡлай. Салауат ҡалаһынан Рәсәй спорт мастеры Андрей Николаев та йөҙөүҙә ярыша. Еңел атлетикала спорсылар исемлегендә Григорий Андреев, Сергей Петриченко, Елена Паутова һәм Анна Кулинич-Сорокина. Токиола ярыштарға йыйынған иң өлкән паралимпия спортсыһы Елена Прокофьева өҫтәл теннисы уйындарында алышҡа сыға. Халыҡ-ара дәрәжәле спорт мастеры Дмитрий Лавров та өҫтәл теннисы буйынса көс һынарға әҙерләнә. Фехтованиела Башҡортостан мәктәбен паралимпиясылар Никита Нагаев менән Альберт Камалов таныта.
Токиола паралимпиада 24 августан 5 сентябргә тиклем үтә.
ФОТО: https://sakhalin.info/news/210594