21 йыл элек Баренц диңгеҙендә “Курск” һыу аҫты кәмәһе һәләкәткә тарыны. Хәрби күнегеүҙәр барышында атом һыу аҫты крейсерының тотош экипажы 118 диңгеҙсе – һәләк булды. Яңылыҡ агентлыҡтары илдең төрлө төбәктәрендә моряктарҙы хәтергә алыу саралары ойошторолдо, тип хәбәр итә.
Күҙаллауҙар буйынса субмаринаның торпеда бүлегендә шартлау теркәлгән, уның сәбәптәре әлегә тиклем билдәһеҙ. Туғыҙынсы бүлектәге диңгеҙселәр күпме ваҡыт ярҙам көткән, ҡотҡарыу әмәле булғанмы-юҡмы, тигән һәм башҡа мөһим һорауҙарға яуап һаман юҡ. Һәләк булған экипаж иҫтәлегенә илдең төрлө ҡалаларында 12 августа хәтер саралары үтте.
“Курск” атом һыу аҫты кәмәһе экипажы составында хәрби бурысын үтәгәндә Башҡортостандан биш диңгеҙсе һәләк булды. Өлкән мичман Наил Хафизов, турбиналар бүлеге командиры Роберт Гесслер, мичман Фәнис Ишморатов, кок Салауат Янсапов һәм старшина Ришат Зөбәйҙуллин.
ФОТО http://www.gradkostroma.ru/news/f0c8fdbd-ad9d-4196-8612-4a1c090f6359.aspx