Башҡортостанда уҡытытыусыларҙың август конференцияһы бара. Төбәк педсоветы 9 августа башланды, уҡытыусылар балалар баҡсаһынан һөнәри белем биреү йорттарына тиклемге учреждениеларҙа тәрбиә һәм уҡытыу алымдары тураһында онлайн дискуссия майҙандарында фекер алыша. Трансляциялар Фән һәм мәғариф министрлығының ютьюб-каналында бара. Ғәҙәттәге август конференцияһы быйыл балалар һәм үҫмерҙәрҙе мәғлүмәт дәүерендә тәрбиәләү һәм социализациялау мәсьәләләренә арнала. Бөгөн, 13 августа, “Торатау” конгресс-холында кәңәшмәнең пленар ултырышында иһә белем биреү өлкәһенә бәйле министрлыҡ һәм ведомстволар, уҡыу йорттары етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнаша.
Мәғлүмәт дәүеренә хас август конференцияһы
Тулыраҡ: Мәғлүмәт дәүеренә хас август конференцияһы