13 август иртәһенә янғын һүндереүселәр ирекмәндәр менән бергә 1278, 85 гектар майҙанда 10 усаҡты бөтөрҙө. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәттәр буйынса Бөрйән районында 8, Йылайыр һәм Белорет райондарында берәр янғын һүндерелгән. Ут менән көрәш дауам итә, сөнки төбәктә йәнә 10 урында урман яна. Хәйбулла, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил Бөрйән яҡтарында бер мең гектарҙан ашыу ер ут менән ялмап алынған. Туғыҙ усаҡҡа сик ҡуйылған. Янғын һүндереүгә 1109 кеше һәм 154 берәмек техника йәлеп ителгән.
Мәғлүм булыуынса, республикала ирекмәндәрҙең күсмә штабтары асыҡ. 18 йәштән 55 йәшкә тиклемге һәр сәләмәт кеше үҙ теләге буйынса янғын һүндереүселәр отрядына ҡушыла ала.
ФОТО https://ufa.dixinews.ru/news/nko/molodaya-gvardiya-bashkortostana-idyet-...