Календарҙа көҙ башланырға күп тә ваҡыт ҡалманы, ә Башҡортостанда йәйгеләй эҫе көндәр тора. Республика биләмәһендә һауа температураһы 35 градусҡа тиклем күтәрелә. Бөгөн, 16 августа республика буйынса көндөҙ 29 градустан 34 градуска тиклем эҫе булыр, тип көтөлә. Гидрометеорологтар елде йүнәлешен үҙгәртеүсән, тип, ә төнъяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуырын күҙаллай. 16 августан 17 августҡа ҡарай төндә термометр бағанаһы 14-19, төнъяҡ һәм таулы райондарҙа 9 градус йылыны күрһәтәсәк. Көндөҙ иһә беҙҙе 30-35 градуслы эҫе көтә. Ел талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Эҫе һауа температураһы 18 августа ла һаҡлана.
ФОТО https://www.1obl.ru/news/o-lyudyakh/anomalnaya-zhara-vnov-prishla-v-chelyabinskuyu-oblast/