Бәшмәк ашап ололар ҙа, балалар ҙа ағыуланырға мөмкин. Был ризыҡтан зыян күрмәҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы рәсми сайтында бәшмәксе ҡағиләрәе тураһында яҙа.
Ни өсөн ағыуланған осраҡтар йыш? Беренсенән, күп кеше бәшмәкте яҡшы белмәй йыя. Икенсенән юл буйында, ҡала парктарында үҫкән бәшмәктәр ағыулы матдәләрҙе һеңдерә, өсөнсөнән, ҡоро көндә йәиһә химикаттар, пестицидтар менән эшкәртелгән урындарға яҡын үҫһә ашарға яраҡлы бәшмәктең дә ағыулыға әйләнеүе бар. Бәшмәкте бешереүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар. Ашҡаҙан-эсәк сире булғандарға бәшмәкте ашауҙан тыйылып тороу хәйерле. Балаларға ла был ризыҡты сикләп кенә бирергә мөмкин. Баланың сей бәшмәкте ашауын иҫкәртер өсөн уйын майҙансыҡтарын көнэлгәре тикшереп сығырға кәңәш ителә, балалар баҡсалары, мәктәп участкаларын бәшмәктәрҙән таҙартып тороу мөһим.
Мәғлүм булыуынса Мәләүездә баланың ағыулы бәшмәк ашап үлгән осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. 2021 йылдың июлендә ете йәшлек малай йорт ихатаһында ике бәшмәк табып шуларҙы сей килеш ашаған. Ҡыҙғанысҡа, бәшмәктәр ағыулы булған. Табиптар баланы ҡотҡара алмаған.
Бәшмәксенең төп ҡағиҙәләре:
- танымаған бәшмәккә теймә,
- бәшмәкте экологик таҙа урындарҙа ғына йый,
- бәшмәкте тик үрелгән кәрзингә йый,
- йыйылған бәшмәктәрҙе көнөндә үк таҙартып эшкәрт
- әҙер бәшмәкте оҙаҡ һаҡлама
Бәшмәкте һатып алырға ҡарар иткәндәргә кәңәш – һатыу өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа таныш түгел кешеләрҙән бәшмәк алмағыҙ. Магазинда иһә бәшмәк ризыҡтарының файҙаланыу осорон ентекләп ҡарап алығыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәт https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/387265/
ФОТО https://yandex.ru/news/story/V_Tambovskoj_oblasti_s_nachala_avgusta_dvoe...