Башҡортостанда көн һайын 300-гә яҡын кешегә коронавирус диагнозы ҡуйыла. Дөйөм һан 52 мең 590 кешегә етте. Үткән тәүлектә тағы ла 11 үлем осрағы теркәлгән. Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әлеге көндә 700-гә яҡын пациент дауахана, госпиталдәрҙә ята, 58 кешенең хәле ауыр тип баһалана. Ковид19-ға ҡаршы прививканың беренсе компонентын алыусылар һаны 1 миллион 54 мең 145 булһа ике компонентын да эшләткәндәр 845 меңгә етеп килә. Республикала вакцина етерлек тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
ФОТО https://www.rbc.ru/society/05/10/2020/5f7a77379a7947a448664aea