Ашығыс эвакуация

Тулыраҡ: Ашығыс эвакуация

Әбйәлил районында урман янғынына бәйле 837 кеше эвакуацияланған. Кисә иртәнге ун беренсе ярты тирәһендә “Горное ущелье” балалар лагеры янында 1 гектар майҙанда ут сыға. Ваҡиға урынына оператив хеҙмәттәр ебәрелә, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында уларҙы лагерҙан сығарырға ҡарар ителә. Ут менән көрәшкә ауыр техника, янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль төркөмө ярҙамға килгән. Янғындың йорт, биналарға күсеүенә юл ҡуйылмаған. Әлеге ваҡытта ут менән көрәш дауам итә, уның майҙаны 15 гектарға еткән.

ФОТО https://www.verstov.info/news/society/94443-ploschad-pozhara-15-gektarov-v-mchs-bashkortostana-rasskazali-o-situacii-s-pozharom-v-okrestnostjah-bannogo.html