Урман янғындары һаны

Тулыраҡ: Урман янғындары һаны

Башҡортостан урмандарында тағы ла 10 янғын теркәлгән. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Үткән аҙнала төбәктә 30 урында урман янды, шуларҙың алтыһына сик ҡуйылды. Янғынды һүндерергә усаҡтарҙың таулы һәм техника үтерлек түгел төпкөл ерҙә булыуы ҡамасаулай. Ут тиҙ тарала. Янғын һүндереүселәргә урындағы халыҡ һәи ирекмәндәр ярҙам итә, тине Фәрит Ғүмәров. Радий Хәбиров урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Әлеге ваҡытта республиканың урманлы райондарында янғын хәүефһеҙлеге программаларын ҡороу эштәре ойошторолған.

ФОТО https://www.bashinform.ru/news/1628511-v-bashkirii-prirodnye-pozhary-tushat-bolee-900-chelovek-deystvuyut-20-ochagov/?yn=