2009 яңы студент

Тулыраҡ: 2009 яңы студент

Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан юғары белем биреү йорттарына 13 августҡа 2009 яңы студент ҡабул ителде, тип белдерҙе. 49 абитуриент ҡабул итеү имтихандарын тапшырмайынса студент дәрәжәһенә ирешкән. 1666 студент маҡсатҡа ярашлы йүнәлтмә буйынса һөнәр үҙләштерәсәк, 295 кеше махсус квота сиктәрендә уҡырға алынған. Төбәк юғары уҡыу йорттарына барыһы 145 688 ғариза тапшырылған, былтырғы күрһәткестән был 16 процентҡа күберәк. Һөнәри йүнәлештәрҙең иң ҙур ихтыяж менән файҙаланғаны – дауалау эше, педиатрия, нефть һәм газ эше, ғәмәли информатика, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, педагогика, химия технологиялары һәм төҙөлөш. Башҡортостан университеттарына быйыл 11 меңдән ашыу бюджет урыны бүленде.

ФОТО https://yandex.ru/news/story/Abiturienty_metyat_v_yuristy_tamozhenniki_i...