Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусылар әҙерләгән 90 уҡытыусыға иллешәр мең һум аҡса түләргә ҡарар ителде. Республикала уҡытыусыларға премияның был төрө 2020 йылда булдырылды. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда 100 балл йыйған уҡыусыларының күпме булыуына ҡарамаҫтан уларҙы имтиханға әҙерләгән уҡытыусыға бер тапҡыр 50 мең һум аҡса бирелә. Быйыл төбәктә 104 уҡыусы имтиханды 100 балға тапшырҙы. Йөҙ баллыҡ имтихан эштәре һаны барыһы 109. 5 уҡыусы бер юлы ике фәндән имтиханды йөҙ балға яҙған.
Үткән йыл менән сағыштырғанда быйыл мультибалсылар һаны 6 процентҡа артҡан. Айбулат Хажин билдәләүенсә, Берҙәм дәүләт имтиханының уртаса һөҙөмтәһе бар фәндәр буйынса ла юғарыраҡ. Быйылдан республикала БДИ буйынса йөҙ балл йыйған уҡыусылар ҙа 150 мең һумлыҡ премияға дәғүә итә ала, әгәр ҙә улар юғары белем алыу маҡсатында Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан һәм Евразия фәнни белем үҙәгенә ҡараған уҡыу йортон һайлаһа. Әлеге ваҡытҡа төбәк юғары уҡыу йорттарына имтиханды 100 балға тапшырған 36 абитуриент ғариза биргән. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Республика гимназия-интернатын тамамлаған Гөлназ Ишемғужина ла Мәскәү, Ҡаҙан һәм Өфө юғары белем биреү йорттары араһынан Башҡорт дәүләт медицина универститетын һайлаған.