Бәләгә тарығандарға тәүге ярҙам

Тулыраҡ: Бәләгә тарығандарға тәүге ярҙам

Йыш ҡына ашығыс медицина хеҙмәткәрҙәре килгәнсе, ваҡиға шаһиттарына беренсе ярҙам күрһәтергә тура килә. Ул саҡта иң мөһиме — юғалып ҡалмаҫҡа. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Ҡыҙыл тәре” ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе европа стандарттары буйынса беренсе ярҙам курстары үткәрә. Унда теләгән һәр кем яһалма тын алдырыу, йөрәккә массаж яһау һәм башҡа сараларға өйрәнә ала. Уҡыуҙан һуң, имтихандарҙы уңышлы тапшырғандарға Рәсәй һәм Халыҡ-ара талаптарына тура килгән сертификат тапшырыла. Биш йылда 800 ашыу кеше таныҡлыҡ алған.