Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриәлә американдар үҙ-ара һуғыша. Был турала Ҡушма Штаттарҙың Американ Ҫинк баҫмаһы сайтындағы блогында журналист Рик Моран яҙа. Американың оборона министрлығы һәм Үҙәк тикшереү идаралығы һалдаттары йыш ҡына бер-береһенә ҡарап ут аса. Журналист фекеренсә, был хәл өсөн Сүриә кризисын көйләүҙә һаҡсыллыҡ күрһәткән президент Барак Обама ғәйепле.

Греция менән Македония сигендәге Идомени лагерында ауыр хәл килеп тыуҙы. Австрия һәм Германияға юл тотоусы ҡасаҡтар тимер юлды ҡаплаған. Улар сикте асыуҙы талап итә. Мигранттар менән полиция хеҙмәткәрҙәре араһындағы бәрелештә яраланыусылар бар.

Израилда фәлестин кешеһен атып үлтергән һалдатты яҡлап күләмле акциялар үткән. Унда ҡатнашыусылар хәрбиҙе аҡларға саҡырған. 24 марта Хевронда ике фәлестин Израиль һалдаттарына һөжүм иткәйне. Уларҙың береһе атып үлтерелгән.

Канадала авиаһәләкәттә ете кеше һәләк булған. Уларҙың араһында илдең элекке транспорт министры ла бар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шәхси самолет осоу һыҙатына ултырғанда фажиғәгә тарый.