Имтихандарҙы ғәҙәттәге ваҡытынан алда биреү хоҡуғын дөйөм белем биреү йорттарын үткән йылдарҙа тамамлаған йәиһә май-июнь айҙарында тапшырыу форсаты булмағандар файҙалана. Был имтихан мәктәп тамамлағандар өсөн мәжбүри түгел. Уны артабан уҡыуын иҡтисад, юридик һәм социология факультеттарында дауам итергә теләгәндәр һайлай. Рәсәйҙә бөгөн уҡыҡсыларҙың 51 проценты йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға теләй. Урта мәктәпте былтыр тамамлаған Мәлик Нафиҡов хәрби комиссариаттан саҡырыу алған. Ватан һаҡсылары рәтенә баҫҡансы берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырып өлгөрөргә иҫәп тота. Уҡыуын иһә хәрби йүнәлештәге белем биреү йортонда дауам итергә ниәтләй. Башҡортостанда өс йөҙләп кеше берҙәм дәүләт имтихандарын көнэлгәре тапшыра. Ҡабул итеү нөктәләрендәге тәртип имтихандарҙың төп өлгөләрендәгенән айырылмай. Уҡыусылар үҙҙәре менән ҡағыҙ, ручка һәм тупланған белемен генә алырға тейеш. Биналарҙа видеояҙма алып барыла, контроль-иҫәп материалдары имтихан башланырҙан ярты сәғәт алдан бирелә. Башҡаланың 115-се гимназияһында урынлашҡан ҡабул итеү нөктәһендә уҡыусыларҙың имтихан тапшырғанын федераль һәм муниципаль кимәлдәге инспекторҙар күҙәтә. Исемлеккә ярашлы бөгөн барыһы 60 кеше һынау тота. Дөйөм алғанда, республикала быйыл берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу теләген егерме мең биш йөҙ уҡыусы белдергән. Ҡабул итеү нөктәләре иһә былтырғыға ҡарағанда әҙерәк.Үҙ биләмәһендә ҡабул итеү нөктәһе булмаған муниципаль берәмектәр араһында Кушнаренко районы ла бар. Сығарылыш уҡыусылары имтихандарҙы Өфөлә тапшырырға әҙерләнә. Бөгөн улар башҡаланың 4-се мәктәбендәге шарттар менән танышты. Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу мәле күҙәтеү-тикшереүҙәр аҫтындағы яза түгел, ә тиҫтә йыл дауамында дәрес һайын ентекләп туплаған белемде раҫлау ысулы. Шуға ла балалар һәм ата-әсәгә был һынауҙарҙы түҙемлек менән уңышлы үткәреү мөһим.
Ил буйынса 8 меңгә яҡын кеше бөгөн йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра
Тулыраҡ: Ил буйынса 8 меңгә яҡын кеше бөгөн йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра