Өфөлә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы–2016» төбәк-ара конкурсы асылды

Тулыраҡ: Өфөлә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы–2016» төбәк-ара конкурсы асылды

Ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандың ҡала-райондарынан ғына түгел, Татарстан, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләренән дә башҡорт теле уҡытыусылары бар.Конкурстың маҡсаты – республикала һәм унан ситтә һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү. Конкурс уҡытыусыны дәртләндереү сараһы ла, сөнки ул һөнәри үҫешкә этәрә, уҡытыусылыҡ эшенең сифатын арттырырға һәм республика педагогтарының ҡаҙаныштарын Рәсәй кимәлендә күрһәтергә мөмкинлек бирә. 20 йыл эсендә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ойошторған конкурста 1000 уҡытыусы ҡатнашҡан, уларҙың йөҙө лауреат исеменә лайыҡ булған. Еңеүсене һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы 1-се апрель көндөҙгө сәғәт 11-ҙә М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙа.