Сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтов иҫтәлегенә

Тулыраҡ: Сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтов иҫтәлегенә

Башҡортостанда сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовты иҫкә алыу саралары раҫланды. Был хаҡта мәҙәниәт министрлығының рәсми сайты хәбәр итә.

Республикала шағир-импровизатор, сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың (1881-1964) тыуыуына 140 йыл тулыу уңайынан тантаналар ойошторола. Әҙип иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән сәсән тураһында электрон йыйынтыҡ нәшер ителә, сәсән шиғырҙары буйынса онлайн-флешмоб иғлан ителә, Вәлиулла Ҡоломбәтов тураһында сәсән сығыштары тупланған буклет танытыла, китап күргәҙмәһе асыла. Вәлиулла Ҡоломбәтов ижадына арналған түңәрәк өҫтәл һәм видеоконференция ойоштороу көтөлә. Хәтер саралары быйыл август-сентябрь айҙарына тәғәйенләнгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт https://kulturarb.ru/images/uploads/111-1.png

ФОТО https://www.culture.ru/events/624900/kruglyi-stol-literaturnyi-muzei-v-s...