Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы донъя күрҙе. Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте яңы баҫманы Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың юбилейы уңайынан сығарҙы.
"Тамырҙар һәм олон" йыйынтығы яҙыусының 80 йәше алдынан нәшер ителде. Әҙип 1941 йылдың 1 сентябрендә тыуған. Әҙәби-нәфис баҫмаға башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған публицистик эштәр һәм хикәйәләр ингән. Улар 55 йыл буйы йыйылған. Улар араһында Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Нәжиб Асанбаев, Йомабай Иҫәнбаев, Рауил Бикбаев, Таңсулпан Ғарипова кеүек билдәле яҙыусылар һәм сәнғәт кешеләре тураһында очерктар һәм мәҡәләләр тәҡдим ителә. Китапҡа хәтирәләр, ғилми тикшеренеүҙәр һәм фотоматериалдар ингән.