Башҡортостанда транспорт сараларын махсус туҡталҡаға урынлаштырыу ҡағиҙәләре тураһындағы закондың 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү буйынса асыҡ фекер алышыуҙар иғлан ителде. Был статья транспорт сараһын махсус туҡталҡаға килтереү, уны һаҡлау, ҡайтарып биреү, шулай уҡ был хеҙмәттәр өсөн хаҡ түләүҙе күҙ уңында тота. Закон проектына ярашлы ваҡытлыса тартып алынған транспорт сараһын махсус туҡталҡала һаҡлаған ваҡыттың 60 көнө генә түләүле, алтмыш беренсе көндән был хеҙмәт өсөн хаҡ алынмай. Транспорт сараһын махсус туҡталҡаға килтереү һәм һаҡлауҙың хаҡтарын билдәләүҙе иһә тарифтарҙы дәүләт көйләүе йөкмәтелгән ойошма ҡарамағына тапшырырға тәҡдим ителә.
Проект буйынса асыҡ фекер алышыуҙар 2021 йылдың 31 авгусына тиклем бара. Уларға түбәндәге һылтанма аша ҡушылырға мөмкин: http://regulation.bashkortostan.ru/projects#npa=9037.
Тулыраҡ мәғлүмәт Иҡтисад һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының рәсми сайтында бар: https://economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/387693/
ФОТО https://лучший-в.рф/prava-pokupatelej/zashhita-prav-potrebitelej/chto-delat-esli-mashinu-zabral-evakuator/?elementor-preview=3548&ver=1602999024