Тағы юл ябыла. Ваҡытлыса.

Тулыраҡ: Тағы юл ябыла. Ваҡытлыса.

Өфөләге Салауат Юлаев проспектына Сочинский урамынан төшкән юл вағытлыса ябыла. Транспортты сикләү 2021 йылдың 17 авгусынан 23 авгусына тиклем индерелде. Өфө ҡала хакимиәте бындай тыйыуҙарға Сочинский урамынан Салауат Юлаев проспектына төшкән юл арауығын ремонтлау сәбәпсе, тип аңлата. Йәмәғәт транспорты өсөн был арауыҡты урап үтеү юлы схемала күрһәтелә.

ФОТО https://rb7.ru/news/320199