Йортҡа тиклем бушлай

Тулыраҡ: Йортҡа тиклем бушлай

Башҡортостанда шәхси йорттарҙы газ селтәренә тоташтырыр өсөн быйыл бер миллиард ярым аҡса йүнәлтелә. Сумма былтырғынан ике тапҡырға күберәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты газ үткән ауылдарҙа торбаны һәр йортҡа тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы. Дәүләт программаһына Башҡортостанда 2 мең ярым ауылдағы 180 мең тирәһе йорт инә. Дәүләт иҫәбенә ер участкаһының сигенә тиклем бушлай газ үткереүгә ғаризалар 26 июлдә ҡабул ителә башлаған. Уны ҡулланыусының шәхси кабинеты аша ла, күп функциялы үҙәктә лә бирергә мөмкин. Әле барлығы 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән.

ФОТО https://www.yaplakal.com/forum1/topic2276436.html