Янғын хәүефе

Тулыраҡ: Янғын хәүефе

Башҡортостанда алдағы 3 көндә юғары янғын хәүефе һаҡлана. Шуға күрә ҡотҡарыусылар ут менән һаҡ эш итергә, урманда һәм тәбиғәт ҡосағында бөтөнләй усаҡ яҡмаҫҡа саҡыра. Ямғырҙар яумағанлыҡтан һәм көндәр эҫе торғанлыҡтан ер ныҡ кипкән, бәләкәй генә осҡондан да ут сығып тиҙ тарала. Быға Урал аръяғы райондарында икенсе аҙна дауам иткән янғындар асыҡ миҫал. Бөгөнгә 1 мең ярым гектарҙа урман янғындары менән көрәш дауам итә.

ФОТО https://www.mkchita.ru/social/2020/04/13/bolee-9-tysyach-gektarov-lesa-g...