Тәфтишселәр Стәрлетамаҡтағы бала табыу йортонда булған ҡот осҡос енәйәт сәбәптәрен тикшерә. Кисә бында йәш әсә бүлмәләш ҡатындың сабыйын 3-сө ҡаттан, тәҙрәнән ташлаған. Алынған йәрәхәттәрҙән яңы тыуған бала һәләк булған. Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 29 йәшлек ҡатын 1 ай тирәһе элек психдиспансерҙа дауаланып сыҡҡан булған. Шуға ҡарамаҫтан бала табыу йортонда уны дөйөм палатаға һалғандар. “Сабыйҙы үлтереү” статьяһы буйынса Енәйәт эше асылған. Тәфтиш ваҡытына ҡатын һаҡ аҫтына алынған. Хоҡуҡ һаҡсылары табиптарҙың законды үтәү-үтәмәүенә лә баһа бирәсәк. Енәйәтсегә ғүмер ахырына тиклем иректән мәхрүм ителеү йә мәжбүри дауаланыу янай.
Бала табыу йортонда фажиғә
Тулыраҡ: Бала табыу йортонда фажиғә