Өфөләге Салауат Юлаев проспектында юл ремонтына бәйле автомобилдәр хәрәкәте ҡатмарлашҡан. Лесотехникум урамы менән киҫелештә урынлашҡан тоннелдә асфальт ҡатламын алмаштырыу эштәре бара. Әле Сипайлово йүнәлешендә юлдың өҫкө өлөшө ҡырылған, коридорҙың береһендә бөгөн яңы асфальт түшәйҙәр. Ошондай уҡ эштәр ҡаршы яҡ һыҙатта ла көтөлә. Эштәр ваҡытына бер коридор ябыла, автомобилдәр ике һыҙаттан ғына үтә, шунлыҡтан тығындар күҙәтелә. Водителдәргә маршрутты алдан һайларға кәңәш ителә.
ФОТО https://www.youtube.com/watch?v=7F-aKux-UhM&app=desktop