Әлегә уның күләме билдәле түгел, әлбиттә. Әммә хәҙерҙән үк миллиондар менән иҫәпләнәсәге тураһында әйтергә мөмкин. Урман хужалығында үткән аҙнала, ысын мәғәнәһендә, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуҙы. Һәр квадрат метр өсөн көрәш дауам итә. Хәйбулла районының ғына янғындан юҡҡа сыҡҡан урмандары майҙаны 700 гектарлап иҫәпләнә. Ут әлегә туҡтатылған, шулай ҙа уның кире тоҡанып китеүе бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр янғын урындарын ҡамап минераль һыҙаттар һөрөү һәм ҡаршы ут асыу менән шөғөлләнә. Тау битләүҙәрендәге селектең күплеге Хәйбуллалағы хәлде тағы ла киҫкенләштерә. Һүндерелмәгән усаҡтар, ташланған быяла һауыттар, төпсөк – йәйге селләлә янғын сығыуға күп тә кәрәк түгел. Юрамал ут төртөп йөрөүсе яуыздар ҡылығы, иһә, башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Әле Хәйбулла янғындарын һүндереүҙә 103 кеше һәм 50 берәмек техника ҡатнаша. Башҡортостанға хатта Себер, Владивосток, Ҡазан яҡтарынан ирекмәндәр килгән. Рәзилә Ямалетдинованың өйө инде икенсе аҙна штабты хәтерләтә. Бында ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр йыйыла. Хужабикә көн дә 100-ҙән ашыу кешегә иртәнге, төшкө, киске ашты бешерә. Бер аҙна эсендә республикала 30 урман янғыны теркәлгән. Әлегә шуларҙың 8-е менән көрәш дауам итә. Был аҙнала ла көндәрҙең эҫе буласағы хәүефте тағы ла арттыра.
Йәйге селлә Башҡортостанға ҙур ғына зыян килтерҙе
Тулыраҡ: Йәйге селлә Башҡортостанға ҙур ғына зыян килтерҙе