Янғындарҙы һүндереүҙә ҡеүәтле техника, ирекмәндәр ҡатнаша

Тулыраҡ: Янғындарҙы һүндереүҙә ҡеүәтле техника, ирекмәндәр ҡатнаша

Уларға Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан өсөн уҙған аҙна һынау осорона әйләнде. Янғындар менән бергә республика йыл ярым коронавирус менән көрәшә. Республикала был сирҙе йоҡтороусолар хәҙер 54 меңгә яҡынлаша. 700-гә яҡын сирле клиникаларҙа махсус курс уҙа. Дауаханаларҙағы 5 мең самаһы урындың бөгөн яҡынса 14 проценты ғына буш. 1 миллион 54 мең пациент вакцинацияның беренсе компонентын үтһә, тулы курс алғандар һаны 844 мең кеше. Радий Хәбиров бөгөн тест һандарын кәметмәү бурысын ҡуя. Ошо көндәрҙә коронавирусҡа ҡаршы махсус штабтың ултырышы ҡаралған. Башҡортостанға вакциналар тейешле күләмдә ҡайтарылһа, хәҙер бер тапҡыр яһала торған – “Спутник лайт” препаратын яһатыу мөмкинлеге бар. Республика табиптарының ярҙамына төбәк халҡы ғына түгел, ә сит илдәр мохтаж. Өфө белгестәре әле Ташкентта КОВИД-19 сиренә ҡаршы көрәшә. Республикала үткән аҙнала 30 урында урмандарҙа ут сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр менән бер рәткә көрәшкә баҫҡан ирекмәндәргә Салауат менән Стәрлетамаҡтағы ҙур заводтар Урал аръяғына үҙ техникаһын ебәргән. Тракторҙар Ейәнсура, Йылайыр урмандарын һаҡлауҙа ярҙам итә. Башҡортостан башлығының тағы бер күрһәтмәһе – янғын сығыу менән уны һүндереү сараларын күреү. Әммә, ут сығыу осраҡтарының күбәйеүе ихтимал. Республикала беренсенән ҡоролоҡ, икенсенән һауа торошоноң эҫе тороуы. Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр менән Бөрйәндә янғындарға ҡаршы көрәш барһа, Ишембай менән Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан “Алға” айырым иҡтисади зонаһы инвесторҙар йәлеп итеү юлдарын барлай. Исемлектәге 9 резидент йөҙҙәрсә миллион һум аҡса бүлеп, байтаҡ кешене хеҙмәт урындары менән тәьмин итә. Беренсе вице-премьер Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, инвесторҙар бүлгән суммалар 18 миллиард һумға еткән. Резиденттарға бар яҡтан да ярҙам булырға тейеш. Сөнки, “Алға” айырым иҡтисади зонаһы Башҡортостан сәнәғәтенең бөгөнгө йөҙөн билдәләүсе өлгө. Инфраструктура, юлдар төҙөү, башҡа сығымдарҙың бер өлөшөн федераль ҡаҙнанан алырға ла мөмкин. Ил бюджетынан бөгөнгә 2,5 миллиард һумлыҡ субсидияға өмөт бар. Алға иҡтисади зонаһы менән бергә республика ауыл ҡасабалар, ҡалаларға тәбиғи яғыулыҡ үткәреүҙә лә алға барырға тейеш. Ни өсөн тиһәк, бөгөн Башҡортостанда газ үткән хужалыҡтар, йорттар дөйөм күләмдең 84 процентына тиң. Зәңгәр яғыулыҡ менән ҡулланыусылар өсөн бүленгән сертификаттар, йорттарға торбалар һуҙыу һәм башҡа проекттарҙың һөҙөмтәһе бар, тип иҫәпләй “Газпром межрегионгаз Өфө” ширҡәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов. Тик шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда 180 мең шәхси йортҡа газ үткәрергә кәрәк. Иғтибар кәмемәҫкә тейеш.Башҡортостан иһә яңы уҡыу йылы башланыр алдынан тағы ла бер мөһим кампания һөҙөмтәләрен барлай. Ул Берҙәм Дәүләт имтихандарын тапшырыу. Ә бына бөгөндән юғары уҡыу йорттарының бюджет урындарына уҡырға алыныусылар исемлеге иғлан ителә. Ә колледждарҙа иһә студенттарҙан документтар ҡабул ителә. Шуныһы ла бар. Айырым колледждарҙа бер урынға 28 абитуриент дәғүәләшә. Буласаҡ студенттар нефть тармағы, медицина өлкәһен, педагогиканы һайлай. һәм белем биреү системаһына ҡағылышлы яңы белдереү. Башҡортостан яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер булырға тейеш. Был тәү сиратта коронавирусҡа бәйле Ковдид 19 йоҡтороусылар араһында балалар күбәйә. Тимәк, мәктәптәрҙә һаҡлыҡ саралары күрелергә тейеш. Ни тиһәк тә, республикала бөгөн ярты миллион уҡыусы иҫәпләнә.