Киләһе йылда Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы поликлиника эшләй башлай

Тулыраҡ: Киләһе йылда Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы поликлиника эшләй башлай

Ул бер сменала 900 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Төҙөлөш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бара. Бинаға үткән йылдың көҙөндә үк нигеҙ һалынды. Әле поликлиниканың бишенсе ҡаты күтәрелә.Поликлиника өс төп өлөштән торасаҡ: өлкәндәр, балалар поликлиникаһы, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы. Һәр ҡайһыһына айырым инеү урыны ла ҡаралған. Бинаның төп өлөшө биш һәм ете ҡатлы ике контраст блоктарҙан тора. Уның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә балалар поликлиникаһына инә торған урын, ә төньяҡ-көнбайыш яғында ололар поликлиникаһына инеү урынын эшләү ҡарала. Затон халҡы 9-сы ҡала дауаханаһы янында урын аласаҡ поликлиниканы түҙемһеҙләнеп көтә. Бина заманса йыһазландырыласаҡ. Уның урта өлөшөндә процедуралар кабинеты, рентген-диагностика аппараты, маммограф, компьютер томографияһы кабинеттары урынлаша, ординаторҙар, урта персонал бүлмәләре лә шунда буласаҡ. Бинаны ике лифт хеҙмәтләндереүе лә күҙ уңында тотола. Поликлиниканың ихатаһы ла бар талаптарға яуап бирәсәк. Автомобилистар өсөн парковка ла ҡаралған.Әле дүртенсе ҡаттың түбәһен эшләйҙәр.... Төҙөлөш материалы менән ваҡытында тәъмин ителгәндә, 2022 йылдың сентябрендә поликлиника сафҡа индереләсәк.