Улар Өфөнән көнбайыш, көньяҡ һәм көнсығыш йүнәлештә йөрөйәсәк. Шулай итеп, был төр транспорт 2 миллион кешене хеҙмәтләндерә ала. Быйыл Башҡортостанда Өфө-Күмертау маршруты буйынса тиҙ йөрөшлө “Орлан” поезы хәрәкәт итә башланы. Ул башҡаланан Күмертауға 3 сәғәт 20 минутта барып етә. Биш айҙа ғына был поезд 20 мең пассажирҙы ташып өлгөргән. Әле Ырымбур, Силәбе өлкәләре менән берлектә Өфө-Ырымбур һәм Өфө-Силәбе маршруттарын асыу ҡарала.”Орлан” тиҙ йөрөшлө поезы Ырымбурға тиклем 6 сәғәттә барып етә ала. Шаҡша-Раевка-Шаҡша маршруты буйынса ошондай уҡ эске рейстар ҙа ойошторола.
Башҡортостанда тиҙ йөрөшлө электр поездары маршруттарын асыу ҡарала
Тулыраҡ: Башҡортостанда тиҙ йөрөшлө электр поездары маршруттарын асыу ҡарала