Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу дауам итә

Ул дәүләт программаларының һөҙөмтәлелеген асыҡлау һәм аграр тармаҡтың артабанғы үҫешен билдәләү өсөн уҙғарыла. Әле республикала нисә хужалыҡ иҫәпкә алынған? Халыҡ иҫәп алыуҙы нисек ҡабул итә? Эльвира Ямалетдинова һөнәре буйынса хәбәрсе. Тик уға ваҡытлыса төп эшен ҡалдырып торорға тура килә, сөнки әле ханым иҫәп алыусы булып эшләй. Бер көн эсендә 10-15 ғаиләнең хужалығы иҫәп үтә, ти ул. Нисә мал-тыуар, ҡош-ҡорт, йәшелсә, емеш-еләк. Иҫәп алыусылар хужаларға тиҫтәләгән һорау бирә. Был эштә белгестәргә заман технологиялары ярҙам итә, бөтә яуаптарҙы улар планшеттағы махсус программала теркәп бара. Әйткәндәй, йорт хужалары иҫәп алыусыны ихатаһына индермәҫкә хоҡуҡлы, йәғни, урам тышында ғына тороп һөйләшергә лә мөмкин. Алсынбаевтар ғаиләһе, мәҫәлән, иҫәп алыуға ыңғай ҡарай, шуға ла ихатала йөрөргә ризалыҡ бар.Иҫәп алыусыларҙы хужаларҙың исем-шәрифтәре ҡыҙыҡһындырмай, йәғни, эш аноним башҡарыла. Был микро иҫәп алыуҙың тағы ла бер үҙенсәлеге булып тора. Ғөмүмән бындай эшкә һәр кешенең ҡарашы төрлөсә, ти Эльвира Ямалетдинова.Иҫәп алыусы һорауҙарға яуап алғас, көн аҙағында планшетты инструкторға тапшыра. Инструктор йыйылған мәғлүмәтте ҡабаттан тикшерә. Ябай хаталар килеп сығыуы ихтимал, ти Зөлфиә Мостаева. Ҡырмыҫҡалы районында бөтәһе 48 иҫәп алыусы һәм 8 инструктор эшләй. Белгестәр һүҙҙәренсә, кешеләрҙең ҡайһы берҙәре хужалыҡҡа ҡарап һалым түләргә тура килер тип уйлай. Әммә ҡурҡырға урын юҡ, йыйылған мәғлүмәт бер ҡайҙа ла хәбәр ителмәй. Һандар дөйөмләштерелә. Ғөмүмән, иҫәп алыуҙың маҡсаты ябай. Ауыл хужалығында микро иҫәп үткәреү өсөн республикала бөтәһе 1800 белгес йәлеп ителгән. Планшет менән дөрөҫ ҡулланыу һәм мәғлүмәт йыйыу буйынса улар махсус дәрестәргә йөрөгән. Һанлы иҫәп 30 августҡа тиклем бөтә Рәсәй буйлап уҙғарыла. Әле республикала 80 меңдән ашыу граждан һәм 51-н ашыу коммерция булмаған ойошма һанлы иҫәп үткән.