Йыр, бейеү, театр сәнғәтенә мөкиббән, отҡор һәм шаяндар араһынан тәбиғи һәләтен танытырға теләгән һәр кемде “Башҡортостан “ дәүләт концерт залы хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Мәҙәниәт һарайы быйыл да йола буйынса “Асыҡ ишектәр көнө”н иғлан итте. Күңелле саралар, бейеү флешмобы ойошторола. Коллективтарҙың ҡаҙаныштары менән танышырға, күргәҙмәләр ҡарарға мөмкин. Шунда уҡ белешмәләр алырға, үҙ һәләттәреңде күрһәтеп үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренә яҙылырға була. Ижади коллектив етәкселәре таланттарҙы 30 августа һәм 8 сентябрҙә көтә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Инеү ирекле, осрашыуҙар сәғәт киске алтыла башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт дәүләт концерт залының Интернеттағы рәсми сайтында.
ФОТО https://kulturarb.ru/ru/news/gkz-bashkortostan-otkryl-novyj-tvorcheskij-...