Һайлау 2021

Тулыраҡ: Һайлау 2021

Республикала Дәүләт Думаһына һайлауға әҙерлек дауам итә. Башҡортостанда был сәйәси кампанияға 14 сәйәси фирҡәнән 94 кандидат күрһәтелгән. Бер мандатлы округтар буйынса 58 кандидат теркәлгән. Дәүләт Думаһына һайлау, башҡа тауыш биреү һәм референдумдар 19 сентябргә тәғәйенләнгән. Эпидемиологик хәлгә бәйле, һайлау өс көн дауам итә. Һайлау участкалары 17, 18 сентябрҙә лә эшләй. Республикала һайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт үҙәге булдырылған. Унда 6 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнгән.

ФОТО https://odinweek.ru/2021/08/16/novuyu-detskuyu-ploshhadku-otkryli-v-zven...