Өфөлә заманса футбол майҙаны асылды. Ул 26 һанлы белем биреү үҙәге ҡаршыһында урынлашҡан. Әлегә тиклем баш ҡаланың үҙәк өлөшөндә бындай объект юҡ ине тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән. 2 мең 688 квадрат метр майҙанды биләгән спорт яланына махсус яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, сифатлы яһалма түшәм һалынған. Шулай уҡ уны селтәр ярҙамында 3 өлөшкә бүлеп мини футбол майҙансыҡтарына әйләндерергә лә мөмкин. Был иһә ярыштар уҙғарыу өсөн уңай.
ФОТО https://ufacitynews.ru/news/2018/06/13/v-ufe-otkryli-futbolnoe-pole-za-2-mln-rublej/