17 августҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда коронавирустан бер тәүлектә 12 кеше мәрхүм булған. Пандемия башынан республикала был йоғошло сирҙән үлгәндәр һаны 929-ға етте.
Үткән тәүлектә КОВИД19 диагнозы 289 кешелә асыҡланған. Пандемия башынан был күрһәткес 52 819. Сирҙән барыһы 48 305 кеше арынған, шуларҙың 307-һе – үткән тәүлектә һауыҡҡан.
Төбәктә күмәк вакцинация дауам итә. Бөгөнгә бер миллион алтмыш ике мең дүртйөҙ егерме биш кеше вакцинаның беренсе компонентын һалдырған, 857 645 кеше ике компонентты ла яһатҡан.