Пони һыбайлылар ярышы

Тулыраҡ: Пони һыбайлылар ярышы

Мәләүездең “Толпар” ат спорты комплексында пони һыбайлылар физкультурник көнөнә арналған ярыш ойошторҙо. Бәйгеселәр ике төрҙә: пониҙа сығыу һәм конкурҙа ярышты. Был хаҡта Мәләүез районы хакимиәте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. Ике көн барған ярыштарҙа 73 спорт пары - пони һәм һыбайлы — ҡатнашҡан. Улар Стәрлетамаҡ районының “Фаворит”, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Барселона” һәм Мәләүездең “Толпар” клубы йәш спортсылары. Һыбайлылар араһында понила фигуралы йөрөш, музыка оҙатыуында костюмлы йөрөш, тотҡарлыҡлы сабыш, һыбайлының пони менән идара итеү стиле кеүек ҡыҙыҡлы маршруттарҙа еңеүселәр билдәләнде. Балалар өсөн мауыҡтырғыс һәм дәртле ярыштар иң сағыу хәтирәләр генә ҡалдырмай, ә спортҡа һөйөү менән еңеүсе ҡомарын да тәрбиәләй. Йәш һыбайлыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы уңыштар теләйбеҙ, ти ат спорты көйәрмәндәре.

ФОТО https://www.tumen.kp.ru/online/news/3096441/