Өфөлә ил һәм сит илдән һәләтле йәштәрҙе ҡыҙыҡтырыр үҙәк төҙөлә

Тулыраҡ: Өфөлә ил һәм сит илдән һәләтле йәштәрҙе ҡыҙыҡтырыр үҙәк төҙөлә

Кампустар Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫешенә өҫтәмә стимул бирә. Заманса университет кампустары селтәре илдә Президент йөкләмәһе буйынса Фән һәм технологиялар йылы сиктәрендә ҡорола. Проекттар бюджет иҫәбенән тыш бизнес аҡсаһына иҫәп тота. 2021 йылда кампус төҙөлөшө Томск, Мәскәү, Новосибирск, Калининград, Түбәнге Новгород, Силәбе һәм Екатеринбург менән бер рәттән Өфөлә лә башлана. Донъя кимәлендәге кампуста студенттарҙан тыш ВУЗ уҡытыусылары һәм аспиранттар ҙа ғаиләләре менән урынлаша аласаҡ. Үҙәктә төрлө типтағы торлаҡ бүлмәләре ҡаралған. Барыһы өс мең ярым урын барлыҡҡа киләсәк. Кампустың шәхси идара компанияһы буласаҡ. Студенттар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр өсөн фәнни тикшеренеү майҙандары, ял һәм сәләмәтлекте нығытыу урындары, автомобиль туҡталҡалары кеүек башҡа төрлө уңайлыҡтар булдырыу күҙ уңында тотола.

ФОТО https://utv.ru/material/v-ufe-postroyat-studencheskij-kampus-za-256-millionov-rublej/