Башҡортостанда 2021 йылдың өсөнсө сирегенә торлаҡтың квадрат майҙанына уртаса хаҡтар раҫланды. Был туралағы бойороҡ төҙөлөш һәм архитектура министрлығының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Йылдың икенсе сиреге менән сағыштырғанда квадрат метрҙың хаҡы 4,9 процентҡа юғары. Күрһәткес элек һәр муниципалитет өсөн айырым билдәләнһә, хәҙер ул бары ике төрлө – ҡалала урынлашҡан һәм ауылдағы торлаҡ өсөн билдәләнә. Июль-августа ҡала округтарында торлаҡ майҙандың бер квадрат метры 51 мең 73 һум торасаҡ,. Икенсе сиректә квадрат метр хаҡы 48 687 ине. Райондарҙа торлаҡ метры хаҡы 41 384 һумдан 43 412 еткән. Был күрһәткестәр торлаҡ һатып алырға федераль һәм төбәк бюджетынан бүленгән субсидия күләмен иҫәпләр өсөн кәрәк. Дәүләт ярҙамы иһә республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәғүә иткән граждандарҙың айырым категорияларына күрһәтелә. Яңы раҫланған хаҡтар күсемһеҙ милеккә баҙар хаҡтарына тап килмәй. Һуңғылары был күрһәткестәрҙән икеләтә ҡиммәт булыуы ихтимал. Баҙар хаҡтары күсемһеҙ милек урынлашҡан биләмәләрҙең мәртәбәһенә бәйле.
Торлаҡ хаҡы үҙгәрҙе
Тулыраҡ: Торлаҡ хаҡы үҙгәрҙе