Төп документты цифралы өлгөгә күсереү тураһындағы ҡарар 2021 йыл аҙағындә ҡабул ителәсәк. Был турала Рәсәйҙең цифра министры Мәҡсүт Шадаев белдерҙе. “Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһәнда ул “Ҡағыҙ паспортты заманса форматҡа күсереү мохтажлығы бар, смарт-карта өлгөһөндәге документты индереү тураһындағы ҡарарҙы беҙ ошо йылдың аҙағында ҡабул итергә йыйынабыҙ”, — тине. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Максим Акимов электрон паспорт өлгөһө менән дә таныштырҙы. Министр иһә Рәсәй халҡы өсөн цифралы паспорттың күсермәһен уйлап сығарыу бурысын да күҙ уңында тота. Уны QR-код формаһында телефондан күрһәтеп була. Эске эштәр министлығы көнэләре хәбәр итеүенсә, документтың яңы өлгөһө Мәскәүҙә декабрҙә тапшырыла башлай, төбәктәрҙә – хөкүмәт билдәләгән техник мөмкинлектәргә ҡарап, әммә 2023 йылдың июленән дә һуңға ҡалмай тапшырылырға тейеш. Электрон паспортта кешенең ике ҡулының бармаҡ эҙҙәре, теләһә электрон ҡултамғаһы ла буласаҡ. 2024 йылға бар белешмәләрҙе лә цифра форматына күсереү көтөлә. Вице-премьер Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, дәүләт хеҙмәттәренең ике йөҙ төрө онлайн күрһәтеләсәк.
Паспорттарҙы смарт-картаға алмаштырабыҙ
Тулыраҡ: Паспорттарҙы смарт-картаға алмаштырабыҙ