Газ үткәреү өсөн мөмкинлек

Тулыраҡ: Газ үткәреү өсөн мөмкинлек

Башҡортостанда ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн 500 ғариза ҡабул ителгән. Махсус программаны мотлаҡ үтәү кәрәклеге тураһында Рәсәй президенты апрель айында үткән ултырыштарҙың береһендә белдергәйне. Яңыраҡ Башҡортостанға эш сәфәре барышында Владимир Путин фатирҙарҙы газға тоташтырыуҙың көнүҙәклеге тураһында тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Любовь Михайловна бер-нисә ай элек Дим биҫтәһенән Жуков ауылына күсеп килгән. Өйгә тиклем зәңгәр яғыулыҡ үткән. Хәҙер йыл әйләнәһенә яңы йортта йәшәргә мөмкин, һалҡын ҡыш та ҡурҡыныс түгел, тип шаярта ханым. Өфө районы Жуков ауылы йылдан-йыл үҫә. Бында яңы йорттар ҡалҡа. Хәҙер уларға газ үткәреү эше әүҙем бара. Июнь айында Владимир Путин газ торбаларын ер биләмәһенә тиклем бушлай һуҙыу хаҡындағы законға ҡул ҡуйғайны. Ил етәксеһе яңыраҡ Башҡортостанға эш сәфәре менән килгәндә был закондың төп положениеларына туҡталып үтте. Газ үткәреп бөтөү программаһында ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү башланды. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ауылдарҙы газ менән тәьмин итеү буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыуға әҙерлек мәсьәләләре хаҡында “Газпром межрегионгаз Уфа” йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов хәбәр итте. Зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн йорт һәм фатир хужалары “Газпром газораспределение Уфа” компанияһының рәсми сайтына ғариза ебәрергә йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә тейеш. Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған законды ғәмәлгә ашырыу маҡсатында, Башҡортостанда 180 мең йорт зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителергә тейеш. Беҙҙең республикала әле 3 мең торлаҡ пункт газға тоташтырылған. Был йәһәттән Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урындарға килә.