Өфө дәүләт циркы төҙөкләндереләсәк

Тулыраҡ: Өфө дәүләт циркы төҙөкләндереләсәк

2024 йылда ул тамашасыларға үҙ ишектәрен асырға тейеш. Шул иҫәптән, башҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына башҡа мәҙәни, социаль, спорт объекттары, йәмәғәт урындары төҙөкләндерелеп, тәртипкә килтереләсәк. Юбилейға әҙерлек барышы Әбйәлил районында Владимир Путин менән Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуында ла телгә алынды. Өфө циркы директоры Гүзәл Туҡтарова коллектив менән таныштыра. Ҡасандыр йөҙәрләгән кешене берләштергән Өфө дәүләт циркынан хәҙер ике бүлмә лә, 8 хеҙмәткәр генә ҡалған. 2017 йылда прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшергәндән һуң, бина тамашасыларҙың һәм цирк хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙыра, тигән һығымтаға килгән. Ысынлап та, бынан ярты быуат элек төҙөлгән учреждениеға 1994 йылда, көмбәҙенең бер өлөшө емерелеп төшкәндән һуң, бер тапҡыр ғына капиталь ремонт эшләнгән. 60-70-се йылдарҙа ил буйлап “Рәсәй дәүләт цирк системаһы” нигеҙендә төҙөлгән цирктарҙың барыһына ла тиерлек етди ремонт талап ителә. Әлеге мәлдә цирктың бинаһына инеү ҡәтғи тыйылған. Ишектәр бикле булһа ла, етәкселек әүҙем эш алып бара. Ремонт буйынса бер-нисә экспертиза үткәрелгән, эш күләме билдәләнгән, проект-смета документацияһы ла әҙерләнгән. Тәүге планда финанслау мәсьәләһе, ремонтҡа йәмғеһе 1,5 млрд һум кәрәк. Шуныһы билдәле 2024 йылға Өфөнөң юбилейына цирк төҙөкләндерелеп, үҙ ишектәрен асасаҡ. Цирктың бинаһы төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Ныҡ туҙһа ла, уның тышҡы йөҙөн һаҡлап ҡалыу мөһим. Шуға реконструкциялауҙан тыш, бында реставрация ла эштәре лә башҡарыласаҡ.Башҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына төҙөкләндереләсәк объекттар исемлегендә шулай уҡ Өфө дәүләт ҡурсаҡ театры, Рус драма театры ла бар. Өфө архитекторҙары ҡаланың иң боронғо урамдарының береһе — Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау өҫтөндә лә уйлана. Ғөмүмән, башҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына 24 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү, яңы социаль объекттар төҙөү, һәйкәлдәр ҡуйыу, туристик һуҡмаҡтар булдырыу ҡаралған. Объекттарҙың күбеһе федераль үҙәк аҡсаһына яңыртыла. Башҡортостанға федераль үҙәктән өҫтәмә ярҙам алыу мөмкинлеге Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы федераль статус алыуына бәйле. Былтыр был туралағы бойороҡҡа Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Күптән түгел, Әбйәлилдә Рәсәй Президентының менән төбәк башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуында ла был тема күтәрелде. Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү – беҙҙең Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн мөһим ваҡиғаларҙың береһе. 2024 йылға төп маҡсаттар — ҡаланы заманса төҙөкләндереү һәм уға яңы һулыш биреү. Был үҙ сиратында Өфөнөң үҫешенә, уның туристик мөмкинлектәрен киңәйтеүгә һәм илебеҙҙең терәк ҡалаһына әйләнеүенә булышлыҡ итәсәк.