Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Берләшкән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович һәм йәштәр араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселегенең абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты. Быға тиклем ике йыл көрәш буйынса донъя чемпионаты үткәрелмәне. Юниорҙар араһында беренселек иһә Рәсәйҙә тәүгә ойошторола. Уны үткәреү урыны итеп Башҡортостандың һайланыуы осраҡлы түгел. Радий Хәбиров шәхсән көрәште үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Шуға ла Башҡортостан донъяның 55 иленән мең атлетты ҡаршы алырға оҙаҡ һәм ныҡлы әҙерләнде. Башҡортостанда 62 мәктәптә 3 мең 500-ҙән ашыу бала ошо спорт төрө менән шөғөлләнә. 2024 йылда 200 мәктәптә көрәш секцияларын асыу ниәте бар. Тиҙҙән Өфөлә гимнастика үҙәге, спорт көрәше үҙәген төҙөү башлана, волейбол үҙәге проекты әҙерләнгән, Фехтование һарайын төҙөләсәк. 2024 йылға 16 район үҙәгендә бассейндар асыла. Берләшкән көрәш донъяһы президенты, Халыҡ-ара олимпия комитетының допинг буйынса комитеты етәксеһе Ненад Лалович Өфөлә Донъя беренселеген ойоштороуға юғары баһа бирҙе.Берләшкән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Өфөлә юниорҙар араһында Донъя беренселегенең үҙенсәлекле булыуына иғтибар итте. Әйткәндәй, был ярыштарҙа ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар тулыһынса коронавирус инфекцияһынан вакцинация үткән.
Өфөлә йәштәр араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселеге башланды
Тулыраҡ: Өфөлә йәштәр араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселеге башланды