Минең Өфөм

Тулыраҡ: Минең Өфөм

Башҡортостан 24 телеканалында йәнә өр-яңы проекттар. Республиканың баш ҡалаһы һеҙҙең өсөн нимә ул тигән һорауға данлыҡлы, арҙаҡлы замандаштарыбыҙ “Минең Өфө” тапшырыуында яуап бирәсәк. Өҫтәүенә, һәр телевизор ҡараусы тап ошо программа аша яратҡан шәхестәренең тормош юлы менән таныша ала. “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы алып барыусыһы һәм журналисы Рөстәм Ғәббәсов өсөн Өфө бәләкәй тыуған йортҡа тиң. Баш ҡалала ул тыуып үҫкән, 13 йәшендә Толпар каналында “Әфлисун” балалар программаһын, һуңынан радиола тура эфирҙа тапшырыуҙар алып барған. Башҡортостан 24 каналында тәүге тапҡыр сыҡҡан “Минең Өфө” тапшырыуында ул үҙенең тормош юлы тураһында һөйләй. Тап ул программаның иң беренсе ҡунағы булыуы ла юҡҡа түгел. Һеҙҙең өсөн Өфө нимә аңлата? Тапшырыуҙың төп һорауы. Геройҙар ижади юлдары, баш ҡалала ҡайҙа уҡығандары, иҫтәлекле урындары тураһында һөйләй. Программала алып барыусы юҡ, төп иғтибар тик геройҙа. Тапшырыуҙың сираттағы ҡунаҡтары — Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, мәҫәлән, Өфө театр менән, Ә «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы Эльбрус Ниғмәтуллин Ағиҙел яры менән бәйләй. Улар ҙа тапшырыуҙың төп һорауына үҙҙәренсә яуап бирҙе, тормош юлдарын иҫкә алды.Был тапшырыуҙы ла кадр артында тороусылар үҙенсәлекле итеп төшөрөргә тырыша. Мәҫәлән, геройҙар бөтәһе лә өйрәнгән студияла түгел, ә ҡала буйлап ике ҡатлы автобуста йөрөй. Ямғыр йә иһә ҡар яуған саҡта программаны төшөрөү өсөн башҡа урындар һайланасаҡ. Иң мөһиме, тапшырыу туҡталып ҡалмаясаҡ, ти уның продюсеры. “Минең Өфө” тапшырыуы аҙнаһына бер тапҡыр төшөрөлә. Әлбиттә, программаны әҙерләгән ваҡытта ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар менән осрашырға тура килә, ти хеҙмәткәрҙәр.Шулай ҙа был программаны эшләүе еңел, сөнки баш ҡала мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, спортсы, яҙыусы, йырсы, бейеүсе һәм башҡа данлыҡлы кешеләргә бай. Яңы тапшырыуҙың киләһе геройы-Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, диктор Флүрә Мурзина. “Минең Өфө” тапшырыуын Башҡортостан 24 каналында һәр дүшәмбе һәм шәмбе көн дауамында ҡарай алаһығыҙ.