“Рәсәй хазиналары” проектында Башҡортостан

Тулыраҡ: “Рәсәй хазиналары” проектында Башҡортостан

National Geographic Traveler журналы “Рәсәй хазиналары” тигән яңы проект башлай. Ойоштороусылар иҫтәлекле урындар, тәбиғәт ҡомартҡылары һәм хозур биләмәләрҙе билдәләү генә түгел, Рәсәй турист картаһында яңы нөктәләр асыу маҡсатын да ҡуйған. Башҡортостандың экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин билдәләүенсә, республикала айырым һаҡланылған тәбиғи биләмәләрҙе булдырыу тәбиғәтте һаҡлауҙың ғәҙәти һәм файҙалы ысулы. Төп бурыс - уларҙы үҫтереүҙе дауам итеп “Экология” милли проектын тулыһынса бойомға ашырыу.

“Рәсәй хазиналары” проектында Башҡортостандың бер юлы 10 турист урыны һәм объекты ҡатнаша. Улар араһында “Янғантау” геопаркы, Оло Көньяҡ Урал һуҡмағы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, башҡорт кейеҙе, солоҡ балы, «Арт-КВАДРАТ» ҡала үҙәге бар. Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы республика халҡын төйәгебеҙҙең гүзәл тәбиғәт мөйөштәре һәм милли ҡомартҡыларына ярҙам итергә, дуҫтар-таныштарға конкурс тураһында әйтергә һәм конкурста онлайн тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡыра. Бәйгелә Башҡортостан номинанттары өсөн тауыштарҙы түбәндәге һылтанма аша бирергә мөмкин. https://russia.nat-geo.ru. Тауыш биреүҙә сикләүҙәр юҡ, тик бер тауышты тәүлегенә бер генә теркәргә була. Йомғаҡтар Nat-geo.ru сайтында һәм National Geographic Traveler журналының 2021 йылдың ноябрь һанында баҫыласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының рәсми сайтында. https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/388045/

ФОТО https://tuqaiyurts.com/buy/carpets