Гидрометүҙәктең Башҡортостан бүлексәһе менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика халҡын төбәккә яҡынлашҡан аномаль эҫе тураһында киҫәтә. Синоптиктар Башҡортостан биләмәһендә һауа температураһының 39 градусҡа тиклем күтәрелеүен күҙаллай. Эҫе кеше өсөн яныу, организмдың артыҡ һыу юғалтыуына килтереүе менән хәүефле. Ҡояш һәм эҫе ҡабыу ҡурҡынысы тыуа, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең ҡуҙғыуы ихтимал. Ҡотҡарыусылар көндөҙ сәғәт ун икенән дүрткә тиклем ҡояш аҫтында йөрөмәҫкә өндәй. Тап ошо ваҡытта ҡояштың әүҙемлеге көсәйә. Эҫелә иҫерткес эсемлектәрҙән тыйылып тороу хәйерле. Йышыраҡ һыу эсергә кәрәк, ҡулдан аҙыҡ-түлек һатып алмағыҙ, актив спорт менән шөғөлләнмәгеҙ, кешеләрҙе ҡояшта автомобиль эсендә ҡалдырмағыҙ, ти ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомство вәкилдәре.
Аномаль эҫе
Тулыраҡ: Аномаль эҫе