Прививка яһатһаң – 100 мең һум

Тулыраҡ: Прививка яһатһаң – 100 мең һум

Хөкүмәт коронавирустан вакцина яһатҡандар араһында рәсми лотерея раҫланы. Приз уйнатыуҙа 18 йәштән өлкән кешеләр ҡатнаша ала. Сара 1 сентябрҙән 1 декабргә тиклем бара. Унда прививка яһатҡан һәм ошо хаҡта уникаль яҙылыу номеры менән вакцинацияланғандарҙың берҙәм регистрында теркәлгән граждандар ҡатнаша. Лотереяның операторы “Гознак”. Приздарҙы уйнатыу һәм һөҙөмтәләрҙе бонусзаздоровье.рф. лотереяһының Интернеттағы рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Прививка яһатҡандар исемлегенән компьютер осраҡлы ысул менән ике тапҡыр еңеүсе һайлай. Барыһы 1000 еңеүсе билдәләнәсәк. Уларҙың һәр береһе 100 мең аҡса ала. Приз отоу тураһындағы мәғлүмәт Госуслуги сайтындағы шәхси кабинетта ла сағыла.

Тулыраҡ мәғлүмәт https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/388252/

ФОТО https://voiceofmoscow.ru/rasskazyvaem-kak-poluchit-100-tysjach-rublej-za-vakcinaciju-ot-koronavirusa-soglasno-postanovlenija-pravitelstva-rossii/moscow_news_-24_russia/