Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге һорауҙарға яуап алып ил халҡының 76 проценты ГКЧП аббревиатураһын аңлата алмай, тигән һығымта яһаған. Респонденттарҙың бары 21 проценты дөрөҫ яуап биргән. Август фетнәһенә 30 йыл тулыуға белгестәр рәсәйлеләр өсөн тарихтың был ваҡиғаһы ни тиклем ҡыҙыҡлы икәнен асыҡларға булған. ГКЧП-ның Ғәҙәттән тыш хәл комитеты икәнен яуап биреүселәрҙең 21 проценты ғына белә. 18-ҙән 24 йәшкә тиклемгеләрҙең был хаҡта иң аҙы хәбәрҙар. Был йәш арауығына ҡарағандарҙың 8 проценты ғына дөрөҫ яуап биргән. Был ваҡиғаны иң яҡшы хәтерләгәндәргә бөгөн 45-59 йәш. Кешеләр фетнәселәрҙең исем-шәрифтәрен дә хәтерләмәй, тиерлек. Яуап биреүселәрҙең 10 проценты был башланғыстың һис файҙаһы булмаҫ ине, ә 8 проценты ул СССР-ҙы һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итер ине, тигән фекер белдергән. Һорауҙарға яуап алыу 11 августа үткәрелгән, яуап биреүҙә 18 йәштән өлкән 1600 кеше ҡатнашҡан.