Мәмерйәләр тураһында закон

Тулыраҡ: Мәмерйәләр тураһында закон

Башҡортостан Рәсәйҙә мәмерйәләрҙе закон ҡурсауына аласаҡ тәүге төбәк булыуы ихтимал. Был хаҡта Рус география йәмғиәтенең төбәк үҫеше департаменты башҡарма директоры Сергей Корлыханов белдерҙе. Спелеотуризмды үҫтереү, тәбиғәтте файҙаланыу менән туризм бизнесын үҫтереү араһында тигеҙлекте һаҡлау мәсәләләре бөгөн дәүләт кимәлендә көнүҙәк. “Рәсәйҙә спелеотуризм ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ул тәртип менән ойошторолған төбәктәрҙә дәүләткә файҙа килтерә, бюджетҡа килем һәм табыш бирә. Тәбиғәтте һаҡлау зарурлығы барыбыҙға ла мәғлүм, мәмерйәләребеҙгә лә һаҡсыл мөнәсәбәт кәрәк, шул уҡ ваҡытта беҙ мәмерйәне күрергә тип килгән ойошҡан турист төркөмдәренә ҡамасаулай алмайбыҙ. Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына ошо мәсьәләне төптән тикшереп хәл итергә йөкләмә биреүе осраҡлы түгел. Республика мәмерйәләр тураһында беренсе закон ҡабул итһә был оло әһәмиәткә эйә булыр ине”, — тине Сергей Корлыханов.

ФОТО http://www.regionalexpress.hr/site/more/predavanje-o-speleologiji